Башҡорт теле һәм әҙәбиәте декадаһы Мостай Кәрим ижадына арналды.
Шығай ауылы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса декада үтте. Уны уҡытыусылар Йылҡыбаева Г. У. Сәхәүетдинова Г.Г. ойошторҙо. Был декада М. Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналды. Сарала уҡыусылар әүҙем ҡатнаштылар.
Иң башта 8-11 класс уҡыусылары араһында яҙыусының ижадына арналған викторинала үҙҙәрен һынанылар. 8-се класс уҡыусылары тарафынан бөйөк әҙипкә стенгазета сығарылды. Яҙыусының тормошона һәм ижадына арналған иллюстрациялар, кроссвордтар эшләү конкурсы ла уҡыусыларҙы йәлеп итте. Әлбиттә,бында 5-се класс уҡыусыларына еткереүсе булмағандыр. Бигерәк тә Сәлмәнова Ф. эштәре юғары баһаға лайыҡ тип танылды. Шулай уҡ Набиуллина Н, Мостафина А, Гибатова Д, Ғүмәров Р, Сайфуллина Гөлфиә кроссвордтар, иллюстрациялар төшөрөргә бар көстәрен һалғандар. 5-се класс уҡыусылары менән М. Кәримдең һуңғы 4-се томына индерелгән әҫәрҙәре буйынса китап уҡыу конференцияһы уҙғарылды. Декада барышында уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү маҡсатында яҙма эштәр ҙә үткәрелде. “ Иң грамоталы уҡыусы” номинацияһына Мөхәмәтйәрова Н (8 кл.), Мырҙабаева А, Нурмөхәмәтова А, Мостафина А (5 кл), Йылҡыбаева А, Әбүталипова И (6 кл), Бадалова Д, Хәйрүллина А, Ғәлиуллина Э (10 кл) лайыҡ булдылар.
Әлбиттә, барыһы өсөн үткәрелгән әҙәби кисә фәһемле булғандыр. Кисәгә балалар яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштереп күрһәттеләр. Мәҫәлән, 5 кл. малайҙары “ Оҙон- оҙаҡ бала саҡ “ әҫәрен уйнанылар. Шулай уҡ 5 класс ҡыҙҙары “Беҙҙең өйҙөң йәме” буйынса эшләнгән сценарийҙа ҡатнаштылар. Ә инде 10 кластан Бадалова Д менән Суфияров Р” Айгөл иле “әҫәренән өҙөк уйнап ишеттерҙеләр. 6 класс ҡыҙҙарының лирик бейеүе кисәгә йәм өҫтәнеләр. Йылҡыбаева Айгүзәлдең М. Кәрим ижады буйынса әҙерләгән фильмы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Абуталипова И, Сәлмәнова Ф, Набиуллина яҙыусының төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын тасуири итеп һөйләнеләр. Әҙәби кисәне юғары класс ҡыҙҙары флеш моб менән тамамланылар.
Шулай итеп, мәктәп уҡыусылары яҙыусы хаҡында бик күп нәмә белделәр. Фәһемле декада барыһына ла оҡшаны. |